+23 °С
Ясно


Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала һауа торошо ҡапыл үҙгәреүсән була.
Аҙнаның тәүге яртыһында һауа температураһы төндә – +7,+12, бөгөн, 14 сентябрҙә, көндөҙ – +19,+24, 15 сентябрҙә – +14,+19, көньяҡ-көнсығышта +23 градусҡа тиклем күтәрелә. Һалҡын фронттың үтеүенә бәйле 16 сентябрҙә һауа температураһының көндөҙгө сәғәттәрҙә +7,+12 градусҡаса түбәнәйеүе мөмкин.
Урыны менән ямғыр яуыуы ихтимал, ел көндөҙ көсәйеүсән.