

Башҡортостанда йылытыу миҙгелен 16 сентябрҙә асырға ниәтләйҙәр. Был турала республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә хәбәр иттеләр.
Башҡортостан гидрометеорология үҙәге прогнозын иҫәпкә алып, шундай ҡарар ҡабул ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш тәүлек дауамында һигеҙ градустан түбән булһа, район-ҡала хакимиәте башлығы йылытыу миҙгелен башлау хаҡында ҡарар ҡабул итергә тейеш.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев әйтеүенсә, 20-22 сентябргә Башҡортостанда уртаса тәүлек температураһы, синоптиктар мәғлүмәте буйынса, биш көн дауамында һигеҙ градустан артмаясаҡ.
Шунлыҡтан 16 сентябрҙән бер-бер артлы социаль объекттарға һәм күп фатирлы йорттарға йылы биреү башлана, ти Марзаев.
Фото "Башинформ"дан алынды.