-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентября 2021, 04:00

Лавров Башҡортостан журналисы һорауына яуап биргән

11 сентябрҙә Сочила XXV “Бөтә Рәсәй – 2021” Заман журналистикаһы форумы асылды. Унда Башҡортостандан журналистарҙың ҙур делегацияһы ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Лавров Башҡортостан журналисы һорауына яуап биргәнЛавров Башҡортостан журналисы һорауына яуап биргән
Лавров Башҡортостан журналисы һорауына яуап биргән

11 сентябрҙә Сочила XXV “Бөтә Рәсәй – 2021” Заман журналистикаһы форумы асылды. Унда Башҡортостандан журналистарҙың ҙур делегацияһы  ҡатнаша.

Сараның программаһында билдәле журналистар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия майҙансыҡтары, “түңәрәк өҫтәлдәр” ҡаралаған.

Форум сиктәрендә Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров  “ТЭФИ-Мультимедиа” премияһы номинанттары менән осрашты һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.

Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов министрҙан Афғанстандағы хәлдәр тураһында һораны, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Һорауына яуап биреп, Сергей Лавров  тәүҙә Өфөнө коронавирусҡа ҡаршы “Спутник V” вакцинаһы етештерелгән ҡала тип билдәләй.

Сергей Лавров фекеренсә, Афғанстанда йәшәгән барлыҡ этник төркөмдәрҙе сәйәси процеста берләштермәй тороп, килеп тыуған киҫкен хәлдең сиселешен табып булмаясаҡ.

Халыҡ-ара йәмәғәтселектең ярҙамы ла мәһим, ул булмай тороп проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Шуға күрә яҡын арала афған мәсьәләһенә бәйле халыҡ-ара конференция үткәреү ҡаралаған.

Заман журналистикаһы форумы 25-се тапҡыр үтә. Уның эшендә илдең барлыҡ төбәктәренән журналистар ҡатнаша.

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас