+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентября 2021, 07:35

Кәтибә Кинйәбулатова көндәре

13 сентябрҙән 22 октябргә тиклем Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә күренекле әҙибә Кәтибә Кинйәбулатова көндәре үткәрелә. Был сара сит өлкәләрҙә башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Уны дистацион форматта Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығы, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ойоштора.

Кәтибә Кинйәбулатова көндәреКәтибә Кинйәбулатова көндәре
Кәтибә Кинйәбулатова көндәре

13 сентябрҙән 22 октябргә тиклем Силәбе  һәм Ҡурған өлкәләрендә  күренекле әҙибә Кәтибә Кинйәбулатова көндәре үткәрелә. Был сара сит өлкәләрҙә башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Уны дистацион форматта Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығы, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ойоштора.

Кәтибә Кинйәбулатова көндәре конкурс форматында үтә һәм унда ҡатнашыу шарты ла  билдәләнгән. Бәйгегә  Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә йәштәге учреждение тәрбиәләнеүселәре, 1-11 класс уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ҡатнаша ала. Конкурс шарты буйынса эштәр төрлө йүнәлештәр буйынса башҡорт телендә йәки башҡорт теленең диалекттарында ҡабул ителә. Уларҙы почтаға ебәрергә була:  k_kinyabulatova@mail.ru,

Йүнәлештәргә килгәндә, улар түбәндәгесә билдәләнгән:

-Кәтибә Кинйәбулатова ижадына арналған “Иң яҡшы асыҡ дәрес”;

-Башҡорт халҡының  Силәбе һәм Ҡурған өлкәһенән сыҡҡан күренекле шәхестәренә арналған ғилми- ғәмәле конференция;

-йәш шағирҙар( авторҙар) конкурсы;

- Кәтибә Кинйәбулатова ижадын яттан һөйләүселәр конкурсы;

Әҙибә ижадына һәм тормошона арналған көндәрҙең йомғағы  Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығының сайтында баҫылып сығасаҡ.

Конкурстың положениеһы менән ведомствоның рәсми сайтында, ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

https://education.bashkortostan.ru/documents/active/369032/.

Белешмә өсөн берҙәм телефон: +7 (347) 218 16 93.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас