+10 °С
Ясно


Өфө ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһе алдында ҡатын кешенең үле кәүҙәһе табылған.
Ваҡиға Степан Злобин урамында була.
Был турала мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә бирелгән.
Ҡатынға сама менән 40 – 45 йәштәр тирәһе. Ул бала арбаһы этеп барған йәш ҡатындың күҙе алдында ҡолап төшә. Шаһиттар 19-сы ҡатта ҡыҙыл төҫтәге шаҡмаҡ билдәһе таба.
Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, фажиғәле был осраҡта криминаль сәбәптәргә шик тыуҙырыу өсөн нигеҙ юҡ. Әле тикшереү бара.