+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 15:15

Аралашыу, осрашыу урыны

Октябрьский ҡалаһында “Ихата байрамы” үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Аралашыу, осрашыу урыны
Аралашыу, осрашыу урыны

Октябрьский ҡалаһында “Ихата байрамы” үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сара ҡаланың быйыл “Башҡортостан ихаталары” программаһы ярҙамында төҙөкләндерелгән Комсомол урамындағы 27-се, 29-сы, 31-се йорттар ихатаһында ойошторолдо.

Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм бағыусылар күңел асыу программаһы ойошторҙо. Оло йәштәгеләр концерт ҡарағансы, балалар майҙансыҡта төрлө уйындар менән мәшғүл булды, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Балалар майҙансығы сағыу, төрлө һәм хәүефһеҙ булыуы менән яҡшы. Һәр йәштәге балалар өсөн дә бында ҡыҙыҡ булыр”, – ти Нәжибә Ильясова.

Бында машиналар йөрөй торған юл киңәйтелгән, автомобиль ҡуйыу урындары ла арттырылған. Ихатала йәшәүселәр ҡәнәғәт.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: