+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Сентября 2021, 03:05

Урал аръяғы фермерҙарына ярҙам буласаҡ

Быйылғы ҡоролоҡтан иң ҙур зыянды республиканың Урал аръяғында йәшәүселәр күрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урал аръяғы фермерҙарына ярҙам буласаҡУрал аръяғы фермерҙарына ярҙам буласаҡ
Урал аръяғы фермерҙарына ярҙам буласаҡ

Быйылғы ҡоролоҡтан иң ҙур зыянды республиканың Урал аръяғында йәшәүселәр күрҙе.

8 сентябрҙә үткән тура бәйләнештә Радий Хәбиров, беҙ ауыл хужалығы министры менән ҡоролоҡтан ныҡ зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарына ярҙам итеү өсөн ҡарарҙар ҡабул иттек, тине.

«Халыҡ һәм фермерҙар малдарын һуя башлар һәм уларҙың һаны кәмер тип хәүефләнәбеҙ. Һыйырҙарҙы һатып алып, ҙур хужалыҡтарға тапшырырға ла әҙербеҙ. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға һатып алынған мал аҙыҡтарына сығымдарҙың 50 процентын бюджеттан субсидияларбыҙ. Шулай уҡ орлоҡҡа киткән сығымдарҙың яртыһын субсидиялайбыҙ. Ошо дүрт райондың аграрийҙарына булышлыҡ итеү маҡсатында республика ҡаҙнаһынан 75 миллион һум бүләбеҙ», — тип белдерҙе ул.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас