-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Сентября 2021, 04:38

Умартасыларға – грант

   “Агростартап” конкурсы еңеүселәренең береһе – Ишембай районы Маҡар ауылынан Риф Бохаров. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар 1 миллион 746 мең һумлыҡ грант ала. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

Добавить в предпочтительные источники Google
Умартасыларға – грантУмартасыларға – грант
Умартасыларға – грант

 “Агростартап” конкурсы еңеүселәренең береһе – Ишембай районы Маҡар ауылынан Риф Бохаров. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар 1 миллион 746 мең һумлыҡ грант ала.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

 

Маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарға 1 миллион 940 мең һум күләмендә инвестиция кәрәк була. Уның 1 миллион 746 мең һумы – грант аҡсаһы, ҡалған 194 мең һумын эшҡыуар үҙе йыйған. Аҡсаны ул умарта, ҡорт күсе, эш өсөн кәрәкле ҡорамалдар алырға тотонорға йыйына. Был эште киң йәйелдерергә ярҙам итер, тип көтөлә.

“Бындай гранттар бик кәрәк. Дәүләт ярҙамы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын һәм умартасылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә”, – ти Риф Бохаров.

“Агростартап” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Әйткәндәй, 20-21 сентябрҙә Башҡортостанда “Умартасылыҡты үҫтереүҙең глобаль трендтары” тип аталған халыҡ-ара онлайн-симпозиум үтә. Сара Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Апимондия секретариаты, Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында ойошторола. Симпозиумда Башҡортостандан, Рәсәйҙән, сит илдәрҙән спикерҙар ҡатнашыуы көтөлә. Ошо һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: https://apimondia.seminar.live.

Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас