+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Сентября 2021, 04:40

Указда – үҙгәрештәр

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Указда – үҙгәрештәрУказда – үҙгәрештәр
Указда – үҙгәрештәр

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, хәҙер төнгө клубтарға, ябыҡ биналарҙа күмәк халыҡ ҡатнашлығында үтеүсе физкультура һәм спорт сараларына коронавирус менән сирләп һауығыу хаҡындағы белешмә ярҙамында ла инергә мөмкин. Ошоға тиклем вакцинация тураһында сертификат йәки ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә күрһәтеп инергә була ине. Коронавирус үткәреү хаҡында белешмә сирҙән сәләмәтләнгән мәлдән ярты йыл дауамында ғәмәлдә буласаҡ.

Шулай уҡ хәҙер музейҙарға, күргәҙмә залдарына һәм китапханаларға барғанда вакцинация хаҡында белешмәләр күрһәтеү кәрәкмәй.

Бынан тыш, Башҡортостанға Англиянан һәм Төньяҡ Ирландиянан килеүселәргә ике аҙна изоляцияла булыу тураһындағы талап ғәмәлдән сығарыла.

Фото БР Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас