+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Сентября 2021, 08:55

Сибайҙа - "нуленсе" километр

III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйында “Инвестиция сәғәте” форматында Инвестиция комитеты ултырышы планлаштырылған.

Сибайҙа - "нуленсе" километрСибайҙа - "нуленсе" километр
Сибайҙа - "нуленсе" километр

III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйында “Инвестиция сәғәте” форматында Инвестиция комитеты ултырышы планлаштырылған.

Унда 2,5 млрд һумлыҡ биш инвестпроект ҡаралысаҡ. Шуларҙҙың береһе - «ЗАО «МКХП-Ситно» менән  килешеү. Уға ярашлы, компания,  815,9 млн һумлыҡ эш башҡарып, тирмән комплексын яңыртыу һәм макарон ризыҡтары етештереү линияһы ҡорорға ниәтләй. Башҡа проекттарҙы Туймазы, Белорет, Өфө тарафтарында ғәмәлләштереү ҡарала.

Ҡаланың Үҙәк майҙанында әле Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST”-та бара. Сибай Арбатында оҫталарҙың эштәренән бай күргәҙмә эшләй. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы янында балаҫ һуғыусыларҙың һәм туҡыусыларҙың конкурсы иғтибарҙы йәлеп итә. Майҙан үҙәгендә "нуленсе" километр билдәһе асылды.

Был оло сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында "Роспотребнадзор"ҙың коронавирус пандемияһына бәйле барлыҡ талаптарын теүәл үтәп ойошторолған.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас