+25 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Сентября 2021, 03:40

Милли кейем көнө байрамына рәхим итегеҙ!

Бөгөн, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Милли кейем көнө билдәләнә.

Милли кейем көнө байрамына рәхим итегеҙ!Милли кейем көнө байрамына рәхим итегеҙ!
Милли кейем көнө байрамына рәхим итегеҙ!

Бөгөн, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Милли кейем көнө билдәләнә.

Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфөнөң ҙур сауҙа үҙәктәрендә төрлө саралар ойоштора. Шулай уҡ республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто Өфө халҡын, баш ҡала ҡунаҡтарын "Арт-квадрат" мәҙәни үҙәктә үткәсәк интерактив сарала ҡатнашырға саҡыра.

Уның сиктәрендә милли кейем элементтарын эшләргә өйрәнергә, милли стилдәге биҙәүестәр күргәҙмәһен ҡарарға, конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнашырға була. Программала сәнғәт оҫталарының сығыштары ла ҡаралған. Башланыу ваҡыты – 15.00 сәғәт. Инеү ирекле. Арт-квадрат" мәҙәни үҙәктең адресы: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 88-се йорт.

Шуны ла өҫтәргә кәрәк: милли костюм байрамы бөгөн Сибайҙа «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә лә үтә.

Автор:
Читайте нас