+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Сентября 2021, 13:43

Күңелдәргә нурҙар һипкән бер кисә

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында күренекле әҙибә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нажиә Игеҙйәнованың 75 йәшлек юбилейына арналған матур кисә булып үтте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңелдәргә нурҙар һипкән бер кисәКүңелдәргә нурҙар һипкән бер кисә
Күңелдәргә нурҙар һипкән бер кисә

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында күренекле әҙибә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нажиә Игеҙйәнованың 75 йәшлек юбилейына арналған матур кисә булып үтте.  

Күңелдәргә нурҙар һипкән был осрашыуҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғәниев алып барҙы.

Ижады ғәжәйеп миһырбанлыҡ, яҡтылыҡ менән туҡылған әҙибәне тәбрикләп, уның ҡәләмдәш дуҫтары – Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, билдәле яҙыусылар Рәлиф Кинйәбаев, Ринат Камал, Фәрзәнә Аҡбулатова сығыш яһаны. Юбилярға Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Милли китапхана директоры урынбаҫары Люциә Ильясова һәм башҡа ҡунаҡтар иң изге теләктәрен еткерҙе.

Нажиә Игеҙйәнованың әле генә донъя күргән "Ҡиммәтле кейәү" тигән китабы менән Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева таныштырҙы. Сарала шулай уҡ яҙыусының һөйөклө ҡыҙҙары – Ләйсән Йосопова менән Гөлфиә Рустиева, яҡташтары, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педуниверситет студенттары ҡатнашты. Танылған сәхнә оҫтаһы Харис Шәриповтың йырҙары йәм өҫтөнә йәм өҫтәне.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың “Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү” бүлеге яҙыусының ижадына арнап “Заман һулышын, заңын тойоп” тигән виртуаль видеокүргәҙмә әҙерләгәйне.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы өсөн Нажиә Игеҙйәнова, баҫмабыҙҙа эшләп, уны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереүе, уҡыусыбыҙҙы бөгөн дә матур әҫәрҙәре менән ҡыуандырыусы даими авторыбыҙ булыуы менән дә бик ҡәҙерле.

 

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас