

Өфөлә Ибраһимов бульварында капиталь ремонт эштәре дауам итә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Эш күләме ҙур булыу сәбәпле, капремонт ике йылға планлаштырылған. Муниципаль килешеү буйынса объектты тапшырыу ваҡыты – 2022 йылдың 4-се кварталы. Шулай ҙа төҙөүселәр бульварҙың машиналар йөрөй торған өлөшөндәге төп эштәрҙе быйыл тамамларға тырыша, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Әле унда юл ситенә таштар ҡуйыу, тротуар төҙөү, асфальт-бетон япмаһы йәйеүгә әҙерлек эштәре бара. Бар эштәр ҙә проект-смета документтарына ярашлы алып барыла.
Бульвар “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә йүнәлтелә.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.