+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Сентября 2021, 10:50

Сәсәниә хаҡында документаль фильм төшөрөлгән

 "Башҡортостан" киностудияһының документаль һәм фәнни-популяр фильмдар режиссеры  Радик Килмәмәтов авторлығында  республикабыҙҙың көньяғында йәшәүсе сәсәниә, педагог, республикала берҙән- бер сәсәндәр мәктбен асҡан фольклор белгесе Асия Ғәйнуллина хаҡында документаль фильм тамамланды: "Мин уны милли костюм байрамында күрҙем дә кино эшләргә тәҡдим яһаным. Быға тиклем дә башҡорт, татар, марый, удмурт халҡының фольклор, милли кейем үҙенсәлектәренә арналған эштәрем бар ине. Фильмда Асия Ғәйнуллинаны тәү сиратта кеше булараҡ асырға ынтылдым"- ти режиссер.  

Сәсәниә хаҡында документаль фильм төшөрөлгәнСәсәниә хаҡында документаль фильм төшөрөлгән
Сәсәниә хаҡында документаль фильм төшөрөлгән

- Асия Солтан ҡыҙы фольклор өлкәһендә, халыҡ ижадында ла белгес булараҡ бик талапсан кеше.  Уны киноға төшөргә нисек күндерҙегеҙ?

- Аҙыраҡ атайымдың абруйы ла үҙ ролен уйнағандыр. Асия апай беҙҙең ғаиләне электән белә ине. Мин уны милли костюм байрамында күрҙем дә кино эшләргә тәҡдим яһаным. Быға тиклем дә башҡорт, татар, марый, удмурт халҡының фольклор, милли кейем үҙенсәлектәренә арналған эштәрем бар ине.  Асия Солтан ҡыҙы ысынлап та бик талапсан, үҙенең юлын аныҡ белгән кеше һәм янындағыларҙан да  шуны талап итә. Белгес булараҡ йәштәрҙе, олпат йәштәге апайҙарҙы ла өйрәтеү өсөн үҙенең оҫтаханаһына йыя. Тик оҫталар, халыҡ ижадына мөкиббән киткәндәр генә тороп ҡала. Уның оҫтаханаһында тәбиғи һайлап алыу процессы бара.

-Героиня билдәле кеше, сәсәндәр мәктәбен асҡан белгес, фольклорсы. Ә һеҙҙең фильмда уның сифаттары нисек асыла?

-Мин уны кеше булараҡ асҡым килде. Ҡатын, әсә, үҙ эшенең оҫтаһы... Асия Солтан ҡыҙының улы Баязит та бик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йырлай, өзләй, ата- әсәһенең лайыҡлы улы. Иптәшен күргәнһегеҙҙер? Ул да ҡатынының терәк- таянысы, тоғро юлдашы. Асия Солтан ҡыҙы  тәү сиратта педагог, инглиз теле уҡытыусыһы. Телдәрҙе, фольклорҙы яҡшы белеүе тамырҙарынан килә.  Элегерәк “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә баһалама ағзаһы булған.  Уны хәҙер саҡырмай башлағандар. Бының сәбәбе хаҡында ул фильмда бәйән итә. Асия Ғәйнуллинаның мәҙәниәт, этнография өлкәһендәге ҡаҙанышы Рәсәй кимәлендә юғары баһаланған. Ул ил хөкүмәтенең “Рәсәй рухы” тигән премияһына лайыҡ булған.  Шулай уҡ фильмда Асия апайҙың фантазияға бай кеше булыуын күрерһегеҙ. Иғтибар итһәгеҙ,  ул  үҙе уйлап сығарып балаларға  әкиәттәр, легендалар һөйләр булған.

- Фильмды кадрға инмәгән, әммә күңелдә ҡалған эпизодтар бармы?

- Фильм 40 минут, уның атаһы хаҡында һөйләгән иҫтәлектәренең барыһы ла кадрға һыйманы. Мине айырыуса тетрәндергән бер ваҡиға.  Аслыҡ йылдарында  Асия апайҙың атаһы Солтан бәләкәй   малай була.  Ике балаһын туйындыра алмаған әсәһе бәләкәйен  алып, өлкәне Солтанды ауылда ҡалдырып  Ырымбурға сығып  китә. Ҡатын ике балаһының береһен һайлаған, йәшәүгә хоҡуғын билдәләгән. Бына ниндәй замандар булған. Әсә киткәс, Солтан юғалып ҡалмай, балыҡ тоторға әүәҫләнеп ала. Уны аслыҡтан ошо балыҡ ҡотҡара. Әсәһе әйләнеп ҡайтыуға малай һин дә мин йәшәп ята. Һуңынан инде ул яҡын тирәлә бил бирмәҫ  көрәшсе булып китә. Бына ниндәй көслө, ғәйрәтле кешенең ҡыҙы  Асия апай.

- Милли фильмдарҙа геройҙың әсә теле һаҡланыуы тәбиғи күренеш, режиссер шуның менән картинаның үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә аламы?

-  Һәр бер милләт теленең моңон тойоу,  халыҡтарҙың үҙенсәлеген һаҡлау өсөн төшөрөлә был фильмдар. Шул уҡ Асия Солтан ҡыҙы ла үҙенең әсә телендә һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек. Ҡайһы бер фольклор терминдарын, лаҡаптарҙы ул тик башҡорт телендә генә образлы итеп  бирә алды. Башҡа телдә уның әһәңе, яңғырашы башҡа булыр ине. Ҡалтасы районында бер марый ҡатынын төшөрҙем, ул бөтөнләй рус телен белмәй, тик марыйса һәм татарса һөйләшә. Хатта уның  һөйләгәндәрен ҡайһы бер марыйҙар үҙҙәре лә аңламай ине. Тимәк ул бик боронғо телдә аралашҡан.

 ВГИК-та уҡыған осорҙа, ҡайһы бер фильмдарҙы тәржемәһеҙ алып бараһың, уны аңлай торғайнылар. Мәҙәниәттәр төрлөлөгө, халыҡ ижады  өсөн сиктәр юҡ.  Американдар үҙҙәренең мәҙәниәтен шул тиклем хөрмәт итә. Улар картинаны гел субтитр менән төшөрә. Мин дә ошо маҡсатты күҙ уңында тотам.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас