+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Сентября 2021, 04:35

Киләсәктә гүзәл заттың республика менән идара итә алыуына ышаныс белдерҙе

Кисә Башҡорстостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура эфир булды. Һәр һүҙен йотлоғоп тыңланым. Һорауҙар төрлө өлкәләрҙе үҙ эсенә алды. Эйе, республика, халҡыбыҙ һәм Өфө өсөн бик күп эшләнә. Яңылыҡтарҙы тормошҡа ашырғанда ауырлыҡтар ҙа юҡ түгел. Командаһы, айырым шәхестәргә ҡарата фекере, ғаиләһенә мөнәсәбәте хаҡында белеү ҡыҙыҡлы булды. Иң мөһиме, ул ҡатын-ҡыҙ район етәкселәрен маҡтап китте һәм киләсәктә гүзәл заттың республика менән идара итә алыуына ышаныс белдерҙе.

Киләсәктә гүзәл заттың республика менән идара итә алыуына ышаныс белдерҙеКиләсәктә гүзәл заттың республика менән идара итә алыуына ышаныс белдерҙе
Киләсәктә гүзәл заттың республика менән идара итә алыуына ышаныс белдерҙе

Кисә Башҡорстостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура эфир булды. Һәр һүҙен йотлоғоп тыңланым. Һорауҙар төрлө өлкәләрҙе үҙ эсенә алды. Эйе, республика, халҡыбыҙ һәм Өфө өсөн бик күп эшләнә. Яңылыҡтарҙы тормошҡа ашырғанда ауырлыҡтар ҙа юҡ түгел. Командаһы, айырым шәхестәргә ҡарата фекере, ғаиләһенә мөнәсәбәте хаҡында белеү ҡыҙыҡлы булды. Иң мөһиме, ул ҡатын-ҡыҙ район етәкселәрен маҡтап китте һәм киләсәктә гүзәл заттың республика менән идара итә алыуына ышаныс белдерҙе.

Башлығыбыҙҙың кешеләргә һаҡсыл мөнәсәбәте, мәҙәниәткә, әҙәбиткә битараф булмауы ҡыуандыра. Сәйәсмән булараҡ, ул власҡа ынтылыусыларға үҙ теләктәрен әйтте. Төбәк етәксеһе вазифаһын биләгән осорҙа бар мәсьәләләрҙе лә хәл итеп өлгөрөп булмаясағын, әммә бының өсөн барлыҡ көстө һаласағын белдерҙе.

Ә мөрәжәғәт итеүселәр был һорауҙарҙың күп ҡырлы һәм төрлө булыуын күрһәтте.  Улы хаҡында ла ҡыҙыҡһындылар. Ете ай ярымлыҡ малайҙың шыуыша башлауын, артынан ҡыуып та етә алмауҙарын әйткәс, залдағыларҙың йөҙө яҡтырҙы. Бирелгән һәр һорау иҫәпкә алынасаҡ һәм ҡараласаҡ. Ә һеҙ Башлыҡҡа ниндәй һорауҙар бирер инегеҙ?

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас