+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Сентября 2021, 05:15

Билдәле ғалим, психолог Вадим Сафин арабыҙҙан китте

Вадим Фәтхи улы Сафин 1933 йылдың 11 апрелендә Ейәнсура районының 2-се Назар ауылында тыуған.

Билдәле ғалим, психолог Вадим Сафин арабыҙҙан киттеБилдәле ғалим, психолог Вадим Сафин арабыҙҙан китте
Билдәле ғалим, психолог Вадим Сафин арабыҙҙан китте

Вадим Фәтхи улы Сафин 1933 йылдың 11 апрелендә Ейәнсура районының 2-се Назар ауылында тыуған.

1958 йылда Ырымбур педагогия институтын тамамлай. 1962 йылдан – Стәрлетамаҡ, 1969 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институттарында уҡыта. Фәнни эштәренең төп йүнәлеше – шәхестең үҙен-үҙе билдәләүе.

Сафин Вадим Фәтхи улы тырышлығы менән Башҡортостанда беренсе булып психология кафедраһы (БДПИ, 1976) асыла. 1995 йылда ғалим ЮНЕСКО-ның Мәскәү бюроһы тарафынан хупланған башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары өсөн уҡытыу һәм тәрбиә концепцияларын һәм программаларын яҙа. В. Ф. Сафин – Американың гуманистик йүнәлешле психологтар ассоциацияһының мөхбир ағзаһы (1994) һәм шулай уҡ Халыҡ-ара психология фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1996) булып тора. Ғалим тарафынан 160-тан артыҡ фәнни хеҙмәт яҙылған.

Ғалим үҙен йәмәғәт эшмәкәре, талантлы публицист булараҡ та таныта. Сығыштарында, баҫма мәҡәләләрендә ул сәйәсәт, дин, мәғариф, тәрбиә, белем биреү, әхләҡ проблемаларын күтәрә. Башҡорттарҙың этнопсихологияһына, әсәлек, атайлыҡ мәсьәләләренә айырым иғтибар бирә. “Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан уғытыусыһы” журналдарының, “Башҡортостан” гәзитенең йыллыҡ лауреаты булараҡ билдәләнә.

1991 – 1995 йылдарҙа Вадим Фәтхи улы “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесенең урынбаҫары була.

Юғары белем биреү мәктәбен үҫтереүгә индергән өлөшө, ғилми ҡаҙаныштары өсөн уға БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993) почетлы исемдәре бирелә. Шулай уҡ ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Рәсәйҙең юғары һөнәри белем биреү Почетлы хеҙмәткәре” исемдәренә лайыҡ була, В.А.Сухомлинский исемендәге миҙал менән бүләкләнә.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Автор:
Читайте нас