+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Сентября 2021, 04:40

Башҡортостанда һуңғы тәбиғәт янғыны һүндерелде

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда һуңғы тәбиғәт янғыны һүндерелдеБашҡортостанда һуңғы тәбиғәт янғыны һүндерелде
Башҡортостанда һуңғы тәбиғәт янғыны һүндерелде

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр. 

Баймаҡ районында Ишмөхәмәт ауылынан ете саҡрым алыҫлыҡта янған 620 гектар майҙанда ут кисә киске сәғәт 9 тула 35 минутҡа һүндерелгән. 

«Ялҡындың таралыуына юл ҡуймау һөҙөмтәһендә янғындар һүндерелде. Әгәр утты ауыҙлыҡламаһаҡ, 50 мең гектар урман юҡҡа сығыр ине. Янғын һүндереүселәргә, шулай уҡ ирекмәндәргә ҙур рәхмәт», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған тура бәйләнеш барышында.

Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республикала 14 254 гектарға яҡын майҙанда 445 урман янғыны теркәлде. Уҙған йылда ғәҙәттән тыш ведомстволарға 131 урман янғыны менән көрәшергә тура килде.  

Автор:
Читайте нас