+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентября 2021, 03:45

Шағир Мәхмүт Һибәт арабыҙҙан китте

Кисә республика йәмәғәтселеге билдәле шағир, журналист, драматург һәм тәржемәсе Мәхмүт Һибәтте (Мәхмүт Һибәт улы Уразаев) мәңгеллек юлға оҙатты. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Шағир Мәхмүт Һибәт арабыҙҙан киттеШағир Мәхмүт Һибәт арабыҙҙан китте
Шағир Мәхмүт Һибәт арабыҙҙан китте

Кисә республика йәмәғәтселеге билдәле шағир, журналист, драматург һәм тәржемәсе Мәхмүт Һибәтте (Мәхмүт Һибәт улы Уразаев) мәңгеллек юлға оҙатты.

Мәхмүт Һибәт улы Уразаев 1936 йылдың 14 майында Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында тыуған. Үҙҙәрендә башланғыс синыфтарҙа уҡый, күрше Муйнаҡ ауылында ете йыллыҡ, унан һуң Абҙан ауылында урта мәктәпте тамамалай. Өс йыл колхозда эшләй. 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә.

Башҡортостан телевидениеһы һәм радио комитетында, «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналында эшләй.

Тәүге шиғырҙары матбуғатта 1957 – 1958 йылдарҙа донъя күрә. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булып тора.

Мәхмүт Уразаев әҙәбиәткә 60-сы йылдар аҙағында килә. 1971 йылда “Үрҙәр саҡыра” шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан баҫылған “Йылдар юғалмай”, “Сал офоҡ”, “Алпамыша”, “Биллеғылыс”, “Ғүмер ҡиссалары” китаптарында Мәхмүт Һибәт мәңгелек ҡиммәттәр – әхләҡ, мөхәббәт, изгелек һәм кешелеклек темаларын күтәрә.

Ул төрлө жанрҙарҙа уңышлы эшләй, көсөн драмтургияла һынап ҡарай. Сыңғыҙ Айтматовтың “Беренсе уҡытыусы” повесын, Рәсүл Ғамзатовтың, Яков Ухсайҙың, Сергей Чекмаревтың һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә. Әҙәрҙәре рус, татар, украин телдәренә тәржемә иттелгән. Шиғырҙарына композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Абрар Ғабдрахманов, Рәшит Йыһанов көй һалған. “Китап” нәшриәтендә “Һайланма әҫәрҙәре” баҫылып сыҡты.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Автор:
Читайте нас