

Республика Башлығы Радий Хәбиров сәғәт ярымдан ашыу республика халҡы һәм хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Билдәле булыуынса, етәксе менән матбуғат конференцияһы республиканың төп телеканалдарында тура эфирҙа бара. Ул Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән алып барыла. Радий Фәрит улы байтаҡ һорауҙарға яуап бирҙе. Уның тәүгеләре республикала уҙғарылған бихисап сараларға, уларҙың ковид фонында кешеләргә хәүефле булыуы хаҡында булһа, шулай уҡ Ҡуштау проблемаларын ҡайтанан күтәреүселәр ҙә, быйылғы янғындарға ҡағылғандары ла булды.
Һорауҙар Республика Башлығына алдан да, видеояҙмала ла һәм телефондан да бирелә. Ул ошо арауыҡта барыһына ла яуап биреп өлгөрҙе.
Үҙенсәлекле һорауҙар араһында, башлыҡҡа шәхси, ғаиләгә ҡағылған һорауҙар ҙа бирҙеләр. Радий Фәрит улы эшкә бик иртә торорға яратмағанлығын билдәләне. Уның фекере буйынса, ул мөмкин булһа, хеҙмәт ваҡытын көндөҙгө сәғәт 12- лә башлап киске 12-гә тиклем дауам итер ине.
Республика етәксеһе булараҡ эш башлағанда, ул үҙенең яндырай характерлы, ҡыҙыу холоҡло булыуын билдәләне. Хәҙер иһә һәр аҙымын уйлап хәл итеүен, үҙе өҫтөндә төплө эшләүен дә әйтеп үтте.
Бихисап байрамдарға килгәндә, етәксе уларҙы тотороҡло ваҡытта үткәреп ҡалдыҡ тип билдәләне.
Республика Башлығына янғындан зыян күргән Хәйбулла районы Әбеш ауылы хылҡы шылтыратты. Ауыл хакимиәте башлығы Таһир Юнысов, етәксене кеҫә телефоны проблемаһын бер аҙнала хәл итеүе өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Берҙән- бер башҡорт телендә бирелгән һорау легендар батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереүгә ҡағылды. Уның буйынса бөгөн бик күп бәхәстәр бара. Радий Фәрит улы, был мөһим процедураларҙың береһе.
- Әгәр ҙә беҙ Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндермәһәк, беҙ уны юғалтабыҙ- тине. Ул шулай уҡ республикала һәм уның төбәктәрендә арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү эше дауам итәсәкбеҙ тип тә билдәләне.