+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентября 2021, 09:51

Милли кейем көнөнә рәхим итегеҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы 2020 йылдан алып сентябрь һәм апрель айҙарында милли кейем көнө уҙғарыла. Быйыл ул 10 сентябрҙә  үтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милли кейем көнө айҡанлы баш ҡаланың ҙур сауҙа үҙәктәрендә төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли кейем көнөнә рәхим итегеҙ!Милли кейем көнөнә рәхим итегеҙ!
Милли кейем көнөнә рәхим итегеҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы 2020 йылдан алып сентябрь һәм апрель айҙарында милли кейем көнө уҙғарыла. Быйыл ул 10 сентябрҙә  үтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милли кейем көнө айҡанлы баш ҡаланың ҙур сауҙа үҙәктәрендә төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторасаҡ.

“Планета” сауҙа күңел асыу комплексында милли кейемдәр дефилеһы ойошторола.  Сара 13-15 сәғәттәрҙә башлана. Унда этник кейем һәм биҙәүестәр дизайнеры Иҙел Хәкимов, дизайнер- стилист Римма Байтимерова, билдәле модель Эльвира Ишморатова ҡатнаша.

Этник модаға  арналған сара  йыр- моң менән үрелеп барасаҡ. Уның алып барыусыһы, радиожурналист Ғәзиз Әбделмәнов тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторасаҡ, сарала билдәле дизайнерҙарҙан иҫтәлекле бүләктәр отоу мөмкинлеге лә буласаҡ.

“Мега” сауҙа үҙәгендә милли кейемдәр күргәҙмәһе уҙғарыла. Ойоштороусылар был сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙы көтөп ҡала.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас