

9-11 сентябрҙә Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтәсәк. Башҡорт тарихы йылына арналған был сараларҙа республикабыҙҙың рәсми делегацияһы, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнаша.
Киң программаға бик күп ҡыҙыҡлы саралар ингән. Мәҫәлән, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың милли үҙенсәлеген һаҡлау проблемалары буйынса ғилми “түңәрәк өҫтәл” уҙғарыласаҡ. Башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, активистары, ата-әсәләр ойошмаһы менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ Сверловск өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Юғары Пышма ҡалаһында осрашыуҙар көтөлә. Унда Башҡортостан һәм Сверловск өлкәһе Мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн мәғариф майҙансығы ойоштороу күҙҙә тотола. Унда балалар тәрбиәләү, уларҙың туған башҡорт теленә өйрәнеү хоҡуғын тормошҡа ашырыу буйынса консультациялар биреләсәк, йәкшәмбе мәктәптәре уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк.
Республика вәкилдәре башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса кластарҙы йыһазландырыу өсөн матди-техник саралар тапшырырға ниәтләй.
“Аҡбуҙат” балалар журналы баҫманың 30 йыллығын байрам итеү сиктәрендә презентация, викторина, шиғырҙар, һүрәттәр конкурсы, “Урал батыр” йәнһүрәтенең һәм комиксының исем туйын уҙғарасаҡ.
8-10 сентябрҙә Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре Свердловск өлкәһенең төрлө ауылдарында башҡорт хореографияһы, вокал, ҡурай, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирергә йыйына.
Өлкәләге Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының, билдәле “Далан” фольклор-эстрада төркөмөнөң ҙур концерты менән тамамланасаҡ.
Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.