+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентября 2021, 14:28

Ковид менән балалар ҙа сирләй

Башҡортостанда, 8 сентябрь мәғлүмәттәре буйынса, ковид-госпиталдәрҙә 61 бала дауалана, 177 сабый өйҙәрендә коронавирусҡа ҡаршы дарыуҙар эсә.

Ковид менән балалар ҙа сирләйКовид менән балалар ҙа сирләй
Ковид менән балалар ҙа сирләй

Башҡортостанда, 8 сентябрь мәғлүмәттәре буйынса, ковид-госпиталдәрҙә 61 бала дауалана, 177 сабый өйҙәрендә коронавирусҡа ҡаршы дарыуҙар эсә.

Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында ике бинаны йыһазландырғандар, коронавирус менән сирләүселәр өсөн 16 айырым палата бүлгәндәр.

Бүлек мөдире Алиә Аҡбарова, үткән йыл менән сағыштырғанда, ковид менән дауаханаға килеүсе балалар артыуын, уларҙың йыш осраҡта инфекцияны ауырыраҡ үткәреүен билдәләй.

Сирҙең клиник билдәләре лә үҙгәрә. Йүткереү, тымау һәм юғары температуранан  тыш,  ауырыуҙың ҡоҫоуы ла мөмкин.

Ата-әсәләр балаларын нисек яман вирустан һаҡлай ала? “Балаларҙы ковидтан яҡлау –  беренсе сиратта, сирҙән үҙеңде һаҡлау. Санитар хәүефһеҙлек  ҡағиҙәләрен (битлек, бирсәткә кейеү, ҡулдарҙы эшкәртеп йөрөү) күҙәтеүҙән  тыш, вакцина эшләтергә кәрәк”, - ти табип.

Сығанаҡ: “Башинформ".

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас