+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 12:05

Күңелле лә, файҙалы ла бейеү

Бәләбәй районы пенсионерҙары “Оҙон ғүмерлеккә өҫтөнлөк: һыуҙа ла, паркетта ла бейейбеҙ” проектында ҡатнаша. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

Күңелле лә, файҙалы ла бейеү
Күңелле лә, файҙалы ла бейеү

Бәләбәй районы пенсионерҙары “Оҙон ғүмерлеккә өҫтөнлөк: һыуҙа ла, паркетта ла бейейбеҙ” проектында ҡатнаша.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

 

Проектта ҡатнашҡан  30 пенсионер – “АктивЛеди” клубы ағзаһы, тип хәбәр итә Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Проект етәксеһе Светлана Камалетдинова әйтеүенсә, ҡатнашыусыларҙы оҙон ғүмерлеккә табан әүҙем юл көтә. Улар бейеү сәнғәтенең төрҙәрен өйрәнәсәк.

“Чемпион” ойошмаһы тренер-инструкторы Светлана Чугункина етәкселегендә пенсионерҙар, ике төркөмгә бүленеп, аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә. Дәрестәрҙең икеһе – спорт залында, береһе бассейнда үтә. “Оло кешеләргә бейеү, бер яҡтан, ҡәнәғәтлек килтерһә, икенсе яҡтан сәләмәтлекте нығыта”, – ти тренер.

Бейеү оло йәштәгеләрҙең физик әүҙемлеген арттырыр, һаулығын нығытыр, ауырыуҙарҙы иҫкәртер, тип көтөлә.

Проект “Демография” милли проекты сиктәрендә Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

 

Фото –  Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: