+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентября 2021, 03:20

Балаларҙы әсәләренә кире ҡайтаралар

Был ваҡиғаға бәйле видео интернетта киң таралғайны.

Балаларҙы әсәләренә кире ҡайтараларБалаларҙы әсәләренә кире ҡайтаралар
Балаларҙы әсәләренә кире ҡайтаралар

Был ваҡиғаға бәйле видео интернетта киң таралғайны.

Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың берһе тәҙрәһенән бер-бер артлы ике бала ҡолап төшә. Өс йәшлек апаһы артынан тышҡа ынтылған 11 айлыҡ сабыйҙы үтеп барған кеше тотоп өлгөрә. 29 августа булған был хәлдән һуң опека органдары балаларҙы әсәһенән тартып ала һәм Сабыйҙар йортона урынлаштыра.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, был көндө балалар әсәһе менән өйҙә ултырған. Әсә йоҡлап ятҡан, ә сабыйҙар тәҙрә төбөндә уйнаған.

Әле «Честно говоря» проекты, ҡатындың һүҙҙәренә һылтанып, ваҡытлыса Сабыйҙар йортона урынлаштырылған балаларҙы кире әсәһенә ҡайтаралар, тип хәбәр итә.

Ҡатын йәшәгән урынын уңайлыраҡҡа алмаштырған, медицина тикшереүе үткән, тейешле тестар һәм анализдар тапшырған, белгестәргә күренгән. Хәҙер уға бер ҡайҙа ла иҫәптә тормауы тураһында белешмәләр генә алырға кәрәк икән.

Эйе, нисек кенә булмаһын, балаларҙың үҙ әсәләре янында үҫеүе күпкә хәйерле.

Автор:
Читайте нас