+18 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентября 2021, 11:42

Бөтмәҫ булды ла һуң был зәһәр сир!

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус 304 ауырыуҙа асыҡланған. Яһил сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 59 467.

Бөтмәҫ булды ла һуң был зәһәр сир!Бөтмәҫ булды ла һуң был зәһәр сир!
Бөтмәҫ булды ла һуң был зәһәр сир!

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус 304 ауырыуҙа асыҡланған. Яһил сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 59 467. Шуларҙың 52 961-е һауыҡҡан, 185-е үткән тәүлектә дауахананан сыҡҡан.

Зәһәр вирус рәхимһеҙ рәүештә ғүмерҙәрҙе өҙөүен дауам итә: һуңғы 24 сәғәттә унан 15 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.

Республикала ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе өлөшөн 1 196 177 кеше эшләткән, икенсе өлөшөн дә яһатып, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 1 062 182.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас