+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 22:27

Ҡатын- ҡыҙҙар яҡшы эшләй

Башҡортостан Башлығына киләсәктә республика менән ҡатын- ҡыҙ идара итеүе мөмкинме тигән һорау бирҙеләр. Ул быны ыңғай фаразланы һәм әле ике районда етәкселек иткән ҡатын- ҡыҙ башлыҡтарҙың эшенә яҡшы баһа бирҙе.

-Ысынлап та ике районды ҡатын- ҡыҙ етәкләй. Әле бына Иглин районына эшлекле кеше килде. Дөрөҫөн әйткәндә, төбәк алдынғылар рәтендә түгел, ул ең һыҙғанып эш башланы,- тине Радий Фәрит улы.

Шулай уҡ Радий Фәрит улына, кемдәр улар Хәбиров командаһы, ниндәй музыкаға өҫтөнлөк биреүе, яҡташыбыҙ Моргенштерн ижады буйынса ла, Өфөнөң элекке башлығы, мәрхүм Өлфәт Мостафиндың  әсәһе менән аралашыуына ҡағылған үҙенсәлекле һорауҙарға ла яуап бирергә тура килде.

  • Өлфәт Мансур улы дуҫым булды. Уның әсәһен үҙемдең әсәйем кеүек күрәм. Бынан тыш ул һөйләшеп, аралашып ултырыуға бик матур кеше.  Унда барып ял итеп ҡайтам. Әсә булараҡ, миңә уны бик йәл. Әсәләр балаларын ерләргә тейеш түгел,- тип яуап бирҙе Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: