

Баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе 102 йәшлек Татьяна Константиновна Колесникова Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталдә дауаланып, вирусты еңеүгә өлгәшкән. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Йөҙшәйәр өләсәйҙе госпиталгә “ашығыс ярҙам” машинаһында 38,4 градус температура менән алып киләләр. Диагнозы – ковид инфекцияһы. Үпкәләре 32 процентҡа зарарланған Татьяна Константиновнаға тын алыуы бик ауыр була. Ләкин һуғышты үткәргән өләсәй, икенсе төркөм инвалид булыуға ҡарамаҫтан, коронавирусҡа бирешмәй.
– Тиҙ арала уға диагностика үткәрҙек, тейешле дарыуҙар һәм кислород терапияһы билдәләнек, – ти госпиталдең баш табибы Фәнил Шәмиғолов. – Татьяна Константиновна беҙҙә бер аҙна дауаланды һәм бер тапҡыр ҙа реанимацияла булманы.
Коровирустан ҡотолған өләсәй яңыраҡ дауахананан ҡайтҡан. Ул, яҡындары хәстәрлегенә сорналып, өйөндә реабилитация үтә, көндән-көн үҙен яҡшыраҡ тоя.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.