+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентября 2021, 03:40

Сибайға Валерия килә

Билдәле булыуынса, 10-11 сентябрҙә Сибайҙа “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибайға Валерия киләСибайға Валерия килә
Сибайға Валерия килә

Билдәле булыуынса, 10-11 сентябрҙә Сибайҙа “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.

Форум программаһында сәнәғәткә, эске туризм үҫешенә, ауыл хужалығына, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар, эшлекле осрашыуҙар һәм фекер алышыуҙарҙан тыш, мәҙәни саралар ҙа ҡаралған. Мәҙәни-күңел асыу программалары ҡаланың Үҙәк майҙанында 15.00 сәғәттә башлана. Сибай артистары һәм ижади коллективтары менән бер рәттән, йырсы KARINA һәм башҡа Рәсәй йондоҙҙарының сығыштары көтөлә.

Форумда ҡатнашыусыларҙы һәм сибайҙарҙы шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерия сәләмләйәсәк. Мәскәү ҡунағы киске 22.00 сәғәттә сәхнәгә сыға.

“Урал аръяғы-2021” инвестһабантуйы Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы башланғысында "Роспотребнадзор"ҙың барлыҡ талаптарын теүәл үтәп ойошторола.

Байрам сағыу фейерверк менән тамамлана.

Автор:
Читайте нас