

Был һорауға бөгөн коронавирусҡа бәйле хәлгә арналған брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова аңлатма бирҙе.
Ул: “Вакцинаны эшләүселәр препараттың һөҙөмтәлелеге 91,7 процент булыуын билдәләй”, – тип белдерҙе. Йәғни, шартлы рәүештә иҫәпләп ҡараһаҡ, прививка яһатҡан 12 кешенең береһе вирус йоҡторорға мөмкин.
“Шуны аңлау мөһим: прививка антиесемдәрҙең етеҙ барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Шуға күрә, инфекция эләккән хәлдә лә, организм ул юлды күпкә шәберәк үтә. Сир еңелерәк, тиҙерәк уҙа – сөнки күҙәнәктәр хәтере һаҡлана. Был осраҡта больничныйҙа булыу ваҡыты яҡынса 11 көндән 15 көнгә тиклем тәшкил итә”, – тине министр урынбаҫары.
Ирина Кононова сирҙең инкубация осоро 2 көндән 15 көнгәсә тәшкил итеүен (сырхау менән аралашҡандан һуң, ғәҙәттә, был осор уртаса 7-10 көн була торған) хәтергә төшөрөп үтте – ошо ваҡыт дауамында кеше, инфекция билдәләре беленмәһә лә, вирус йөрөтөүсе булыуы мөмкин.
“Шул осорҙа һәм вакцинациянан һуң бер нисә аҙна дауамында кеше карантин сараларын күҙәтмәһә, прививка яһатыуға ҡарамаҫтан, вирус йоҡторорға мөмкин. Антиесемдәр вакцинаның тәүге компонентын индергәндең 21-се көнөнән барлыҡҡа килә башлай һәм уларҙың иң юғары кимәле беренсе инъекциянан һуң 42-се көнгә тура килә”, – тип өҫтәне Ирина Кононова.
7 сентябргә ҡарата Башҡортостанда ковид вирусын йоҡтороусылар йәмғеһе 59 163 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 301-гә артҡан. Стационарҙа ятыусылар – 696, амбулатор дауаланыусылар – 4 473. Уҙған тәүлектә афәтле сир тағы 15 ғүмерҙе өҙгән.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 1 190 006 яҡташыбыҙ яһатҡан, икенсеһен дә эшләтеүселәр – 1 052 983.
Фото "Башинформ"дан алынды.