+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентября 2021, 04:15

Күпер төҙөлгән, ә юл һалынмаған

Башҡортостан Башлығы менән 2020 йылдың декабрендә үткән тура бәйләнештә Туймазы районы халҡы Ағыртамаҡ биҫтәһендә төҙөлөп бөтмәгән күпер мәсьәләһен күтәргәйне. Мөрәжәғәт авторы Рөстәм Фәтхутдинов әйтеүенсә, 2019 йылда күпер төҙөлгән, тик уға килгән юлдар күтәрелмәй ҡалған.  

Күпер төҙөлгән, ә юл һалынмағанКүпер төҙөлгән, ә юл һалынмаған
Күпер төҙөлгән, ә юл һалынмаған

Башҡортостан Башлығы менән 2020 йылдың декабрендә үткән тура бәйләнештә Туймазы районы халҡы Ағыртамаҡ биҫтәһендә төҙөлөп бөтмәгән күпер мәсьәләһен күтәргәйне. Мөрәжәғәт авторы Рөстәм Фәтхутдинов әйтеүенсә, 2019 йылда күпер төҙөлгән, тик уға килгән юлдар күтәрелмәй ҡалған.  

Туймазы районы хакимиәте был хәлде төҙөлөш барышында өҫтәмә эштәр башҡарыу кәрәклеге, уларҙың проект-смета документтарында күрһәтелмәүе менән аңлата.

Әлле тейешле документтарға төҙәтеүҙәр индерелгән. Уның нигеҙендә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына объектты 2021 йылға биләмә заказына индереү һәм быйыл тапшырыу тураһында заявка ебәрелгән. Март айында кәрәкле күләмдә финанстар бүленгән, күпер тулыһынса сафҡа 2022 йылда инәсәк икән.

8 сентябрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров сираттағы ҙур матбуғат конференцияһы үткәрә. Төбәк етәксеһе журналистарҙың һәм республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк. Сара Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдарында һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрендә тура эфирҙа барасаҡ.

Әгәр һеҙҙең дә Радий Хәбировҡа һорауығыҙ бар икән, быны ике юл менән эшләй алаһығыҙ:

- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә комментарий ҡалдырығыҙ (vk.com/radiyhabirov, facebook.com/radiyhabirov, ok.ru/radiyhabirov, instagram.com/khabirovradii);

- мобиль телефонға  видеоһорау яҙҙырып, уны glavarb.ru сайтындағы махсус бүлексәгә урынлаштырығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас