+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентября 2021, 06:16

Йүгерҙек!

18 сентябрҙә Өфөлә “Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө билдәләнә. Спорт байрамы “Аҡбуҙат” ипподромында 11.30 сәғәттә башлана. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

Добавить в предпочтительные источники Google
Йүгерҙек!Йүгерҙек!
Йүгерҙек!

18 сентябрҙә Өфөлә “Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө билдәләнә. Спорт байрамы “Аҡбуҙат” ипподромында 11.30 сәғәттә башлана.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

 

Ҡатнашыусылар 1200 метр дистанцияға йүгерә. Тәүге старт 12.00 сәғәттә ҡаралған.

Спорт байрамында традицион рәүештә мәктәп уҡыусылары, лицей һәм юғары уҡыу йортары студенттары, төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм йүгерергә яратҡан һәм кем ҡатнаша ала.

Призерҙар Өфө ҡалаһы физик культура һәм спорт буйынса идаралығының маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар, кубоктар менән бүләкләнә, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

“Милләттәр кросы”нда ҡатнашыу өсөн табип раҫлаған ғаризаны ҡаланың бер районы хакимиәтенә тапшырырға кәрәк, шулай уҡ уны йүгереү көнөндә ярыш үткәрелгән урында тапшырып була.

“Милләттәр кросы” 2019 йылдан алып “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проектының бер өлөшө булып тора.

Фото – Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас