+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентября 2021, 11:30

Вирус йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар артҡан

Республикабыҙҙа яңы уҡыу йылы башында ковид йоҡтороусы уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың бер аҙ артыуы күҙәтелә. Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө кәңәшмәһендә Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вирус йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар артҡанВирус йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар артҡан
Вирус йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар артҡан

Республикабыҙҙа яңы уҡыу йылы башында ковид йоҡтороусы уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың бер аҙ артыуы күҙәтелә. Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө кәңәшмәһендә Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында коронавирусҡа бәйле хәлде айырым контролгә алырға ҡушты.

6 сентябргә ҡарата республикала зәһәр вирус йоҡтороуҙың барлығы 58 862 осрағы теркәлгән. Тәүлек эсндә ауырыуҙар 300-гә күбәйгән.

Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа 769 сырхау ковидҡа ҡаршы көрәшә, 466-һы – етмеште ҡыуыусы ханымдар һәм уҙамандар. Сырхауҙарҙың 55-е ауыр хәлдә, ун икеһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Инфекцияны сағыштырмаса еңел үткәреп, өйөндә дауаланыусылар – 4 394.

Үткән тәүлектә 32 кеше, сирҙе еңеп, дауахананан өйөнә ҡайтҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 52 496.

Вирус ҡорбандары артҡандан-арта: уҙған тәүлектә ковидтан 16 яҡташыбыҙ вафат булған. Коронавирустан өҙөлгән ғүмерҙәр хәҙер 1 203 иҫәпләнә, шуларҙың 965-е – 60 йәштән өлкәндәр.

Пневмония хаҡындағы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: үпкә ялҡынһыныуы аҙаҡҡы 24 сәғәттә 129 ауырыуҙа асыҡланған, унан шәпләнеүселәр – 109.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 1 186 124, икенсеһен дә ҡаҙатып, вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр – 1 046 482.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас