

Сибайҙа үтәсәк “Урал аръяғы 2021” өсөнсө Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ике белем биреү учреждениеһының төҙөлөшөнә нигеҙ һалынасаҡ. Уның береһе ҡаланың күптән заман һынауҙарын үткән 6-сы һанлы мәктәбе. Ул 1953 йылда сафҡа индерелгән булған.
1989 йылда мәктәпкә төкәтмә төҙөлгән. Эксперттарҙың билдәләүенсә, бина 70 процентҡа иҫкергән. Бынан тыш белем учреждениеһында эҫе һыу юҡ, ашхана һәм бәҙрәфтәге һыу электр йылытҡыстар ярҙамында йылытыла. Мәктәптең матди- техник базаһы ла яңыртыуҙы талап итә.
Инвестиция һабантуйы мәлендә 725 урынлыҡ яңы мәктәп бинаһына нигеҙ һалына. Әлеге мәлдә буласаҡ мәғариф учреждениеһының төҙлөш майҙаны, техник проекты билдәләнгән. Проектлауҙың яҡынса хаҡы 8 миллион һум.
Мәғлүм булыуынса, инвестиция һабантуйы 10 сентябрҙә, Сибай ҡалаһында үтәсәк.