+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентября 2021, 09:43

Өсөнсө тулҡын талғын ғына дүртенсеһенә күсерме?

Асыҡ мәғлүмәттәр аналитигы Александр Драган, Башҡортостанда октябрҙә коронавирустың өсөнсө тулҡыны бөтөр-бөтмәҫтән дүртенсе тулҡыны башланасаҡ, тип белдерә.

Өсөнсө тулҡын талғын ғына дүртенсеһенә күсерме?Өсөнсө тулҡын талғын ғына дүртенсеһенә күсерме?
Өсөнсө тулҡын талғын ғына дүртенсеһенә күсерме?

Асыҡ мәғлүмәттәр аналитигы Александр Драган, Башҡортостанда октябрҙә коронавирустың өсөнсө тулҡыны бөтөр-бөтмәҫтән дүртенсе тулҡыны башланасаҡ, тип белдерә.

"Балаларҙың уҡыу йылы башланды, студенттар – юғары уҡыу йорттарына, хеҙмәткәрҙәр офистарға ҡайтты. Был иһә вирусты йоҡтороуҙың яңы сылбырын барлыҡҡа килтерәсәк. Көндәр һыуытыу һәм ямғырҙар башланыу менән кешеләрҙең күп ваҡытты ябыҡ бинала үткәреүе лә кире йоғонто яһаясаҡ. Һүнә барырға тейешле өсөнсө тулҡынға май һипкәндәй буласаҡ был. Шуға күрә фаразым ҡыуандырырлыҡ түгел: сентябрҙә сирҙең бер аҙ кәмеүе ихтимал, ләкин октябрҙә уның яңынан көсәйә башлауы көтөлә. Һәм тамамланып бөтмәгән өсөнсө тулҡын дүртенсеһенә күсәсәк”, – ти Драган.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас