+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентябрь 2021, 16:50

“Пушкин картаһы” менән бушлай – театрға һәм киноға!

1 сентябрҙә Рәсәйҙә Президенты Владимир Путин башланғысы менән “Пушкин картаһы” программаһы эшләй башланы.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, Башҡортостанда бөгөнгә ҡарата уны 15 мең самаһы йәш кеше алған да инде. Ә республика буйынса проекта бөтәһе 350 меңдән ашыу кеше ҡатнаша ала.

Карта 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәргә бирелә. Унда өс мең һум аҡса ята. Карта хужаһы бөтә Рәсәй буйынса музей, театр, галерия, филармония, консерватория һәм башҡа мәҙәни учреждениеларға билет һатып алыу хоҡуғына эйә.

–Йәштәр хәҙер билет хаҡы тураһында уйланмай ғына театр, филармониялар һәм музейҙарға бара ала. Мәҙәниәт учреждениелары өсөн был проектта ҡатнашыу – ҙур яуаплылыҡ, сөнки уларға йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн заман менән бергә атларға, үҫеш өсөн яңы идеялар эҙләргә тура киләсәк, – ти Әминә Шәфиҡова.

Автор:
Читайте нас: