+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентября 2021, 07:02

Милли костюмдар парады

Сибайҙа үтәсәк  “Урал аръяғы- 2021” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының эшлекле өлөшөнән тыш,”ҠымыҙFEST” милли аш-һыу  фестивале һәм милли костюмдар конкурсы үтәсәк.

Милли костюмдар парадыМилли костюмдар парады
Милли костюмдар парады

Сибайҙа үтәсәк  “Урал аръяғы- 2021” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының эшлекле өлөшөнән тыш,”ҠымыҙFEST” милли аш-һыу  фестивале һәм милли костюмдар конкурсы үтәсәк.

Республика Башлығының Указына ярашлы Сибайҙағы милли костюмдар көнө  2020 йылдан алып сентябрь һәм апрель айҙарында уҙғарыла. Билдәле булыуынса,был сара республикала йәшәүсе  халыҡтар мәҙәниәтен яҡыныраҡ тойорға ярҙам итә. Рәсми мәғлүмәттәр булыуынса, Башҡортостанда  160 милләт һәм  13 этник төркөм вәкилдәре йәшәй.

Инвестфорумдағы милли костюмдар парадында болгарҙар,чечендар, украиндар, үзбәктәр, тажиктар ҙа үҙҙәренең милли кейемдәрендә үтәсәк. Парад Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан майҙандан старт ала , Таусылар урамын үтеп ҡаланың үҙәк майҙанында тамамланасаҡ. Майҙандағы ҙур сәхнәлә Сибайҙың фольклор, музыкаль,ижади коллективтарының сығыштарынан торған күркәм концерт программаһы ойоштороласаҡ.

Байрам саралары ваҡытында Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарының бөтә санитар- гигиена талаптары иҫәпк алынасаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас