0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентября 2021, 07:56

Көн һайын 70-ләп ауырыуҙы ҡабул итәләр

Былтыр Башҡортостан тиҙ ваҡыт эсендә, Өфө районы Зубово ауылы эргәһендәге Республика клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәгенән тыш, Стәрлетамаҡта ла яңы ковид-госпиталь төҙөнө. Әле бында 300-ләп ауырыу дауалана. Көн һайын 70-ләп сырхауҙы ҡабул итәләр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Көн һайын 70-ләп ауырыуҙы ҡабул итәләрКөн һайын 70-ләп ауырыуҙы ҡабул итәләр
Көн һайын 70-ләп ауырыуҙы ҡабул итәләр

Былтыр Башҡортостан тиҙ ваҡыт эсендә, Өфө районы Зубово ауылы эргәһендәге Республика клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәгенән тыш, Стәрлетамаҡта ла яңы ковид-госпиталь төҙөнө. Әле бында 300-ләп ауырыу дауалана. Көн һайын 70-ләп сырхауҙы ҡабул итәләр. Ауырыуҙарҙың күбеһе 45 йәштән өлкәнерәк. Пациенттарҙың 98 проценты вакцина эшләтмәгән.

“Кешеләр ҡунаҡҡа йөрөй, кемгәлер йыраҡтан – әйтәйек, Себерҙән, Мәскәүҙән, Питерҙан балалары ҡайта. Сир шул рәүешле тарала. Вирус йоҡтороусылар беҙгә дауаланырға килә. Көн һайын 10-15 кеше сәләмәтләнеп сыҡһа, уларҙың урынына шунда уҡ яңы ауырыуҙар инә”, – тип һөйләй ковид-госпиталдең бүлек мөдире Лилиә Вәлиева. Ул госпиталь эшләй башлағандан бирле алты меңдән кеше дауаланып сығыуын билдәләй.

Йоғошло ауырыуҙар үҙәге бер нисә корпустан тора. Диагностика бүлеге, бактериология лабораторияһы, дезинфекциялау, үҙәк-стерилләү бүлектәре, компьютер томографияһы һәм рентген кабинеттары ла ошонда.

Госпиталь территорияһында кислород станцияһы ла урынлашҡан. Унан кислород һәр палатаға килә.

Ауырыуҙарҙы аҡ халатлылар иғтибар, хәстәрлек менән солғап алған.

“Температурам төшмәйенсә, бик ауыр сирләнем. Һөйләшә лә алманым, тын алыуы ла ҡыйын ине. Табиптарға рәхмәт, аяҡҡа баҫтырҙылар. Шәфҡәт туташтарына, санитаркаларға ла рәхмәтем ҙур!” – ти бында дауаланыусы Дамира Әмирханова.

Госпиталь ҡәҙимге булмаған хәлдәр өсөн дә яйлаштырылып төҙөлгән. Мәҫәлән, коронавирус менән ауырыусы йөклө ҡатындар өсөн бала табыу блогы бар. Әлегә ковид менән сирләүсе ауырлы ҡатындарҙы ашығыс рәүештә ҡабул итергә тура килмәгән. Ә бына ашығыс операцияларҙы йыш яһайҙар – аҙнаһына ике-өс операция эшләнә.

Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталь 2020 йылдың декабрендә эшләй башланы. Уны төҙөүгә Башҡортостан бюджетынан 2, 195 миллиард һум бүленде: 1, 4 миллиард һумы – төҙөлөш-монтаж эштәренә, 795,6 миллионы медицина ҡорамалдары һәм башҡа йыһаздар, мебель, бүтән хужалыҡ инвентары һәм автотранспорт алыуға тотонолдо.

Проектҡа балалар бүлеге, бәпес тыуҙырыу блогы һалынған. Ҡабул итеү блогына әле аныҡ диагноз ҡуйылмаған ауырыуҙар урынлаштырыла. Госпиталдә шулай уҡ ковид, башҡа инфекциялар менән сирләүселәргә операциялар яһарға мөмкин булған хирургия бүлеге лә бар. Бынан тыш, медиктар өсөн 40 кешелек дөйөм ятаҡ урын алған.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас