+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентября 2021, 03:30

Бындай ҡоро августың булғаны юҡ

Башҡортостан биләмәһендә бындай ҡоро августың булғаны юҡ ине, тип белдерә Башгидромет үҙәге.    

Бындай ҡоро августың булғаны юҡБындай ҡоро августың булғаны юҡ
Бындай ҡоро августың булғаны юҡ

Башҡортостан биләмәһендә бындай ҡоро августың булғаны юҡ ине, тип белдерә Башгидромет үҙәге.

Йәйҙең һуңғы айында Башҡортостанда яуым-төшөмдөң 9% ғына яуған. Ҡайһы бер көнбайыш һәм көньяҡ райондарҙа ямғырлы бер көн дә күҙәтелмәгән.

Ләкин календарь көҙҙөң тәүге көндәре төҙәтмәләр индрҙе, 3, 4 сентябрҙә республиканың күпселек райондарында ямғыр яуып үтте. Яуым урман янғындарын баҫыуға ла үҙ өлөшөн индерҙе. Әле республикала 1530 гектарҙы биләгән өс урында тәбиғәт янғыны дауам итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Баймаҡ районының Төркмән ауылы эргәһендә ут бигерәк тә көслө. Уға ҡаршы 53 кеше һәм 16 берәмек махсус техника көрәшә. 

 

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас