+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Сентября 2021, 14:12

Сир көн дә 14-15 ғүмерҙе алып китә

Яһил инфекция көн һайын 14-15 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙә. Уҙған тәүлектә йәнә 15 ауырыу вафат булған.

Сир көн дә 14-15 ғүмерҙе алып китәСир көн дә 14-15 ғүмерҙе алып китә
Сир көн дә 14-15 ғүмерҙе алып китә

4 сентябргә ҡарата республикала вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 58 261 тәшкил итә. Тәүлек эсендә улар 303-кә артҡан.

Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 722 сырхау дауалана. Шуларҙың 451-е – 60 йәште уҙғандар. Сирлеләрҙең 56-һының хәле ауыр, унауһы – яһалма һулыш аппаратында. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 3 937, 2 165-е – 60-ты үткән.

Кисәле-бөгөнлө дауахананан сығыусылар – 175. Вирустан йәмғеһе 52 428 кеше һауығыуға өлгәшкән.

Яһил инфекцияның көн һайын 14-15 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙөүе хаҡында хәбәр алабыҙ. Уҙған тәүлектә йәнә 15 ауырыу вафат булған. Ковидтан республикала барлығы 1 174 сырхау донъя ҡуйған, шул иҫәптән 939-ы – 60-тан өлкәнерәктәр.

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә 134 ауырыуға “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 124.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 1 183 484, икенсеһен дә эшләтеүселәр – 1 040 606.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас