

Коронавирус пандемияһы башланғас, Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып үтә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – 55 көндә Өфө районының Зубово ауылында заманса дауахана – Республика клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәген сафҡа индерҙе. Йылдан ашыу эшләүсе ковид-госпиталдә 10 меңдән артыҡ кеше дауаланып сыҡҡан.
Табиптар тәүлек әйләнәһенә ауырыуҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн көрәшә. Сәләмәтләнеп сығыусылар үҙҙәрен әжәлдән йолҡоп алыусыларға рәхмәт уҡып бөтә алмай. Шуларҙың береһе – Хәмит Хәмзә улы Йәркәев бына нимәләр ти:
– Туғандар менән аралашҡандан һуң ковид менән сирләп киттем. Дауаханаға килгәндә үпкәләрҙең ҙур өлөшө зарарланып өлгөргәйне. Табиптарҙың тырышлығы менән, шөкөр, сәләмәтләнеп киләм. Бына дауахананан сығырға торам. Ә аҡ халатлылар ҡатынымдың ғүмере өсөн көрәште дауам итә.
Прививка эшләткәнгә күрә, сирҙе еңелерәк үткәрҙем, тиҙерәк аяҡҡа баҫтым, тип уйлайым. Бында бик яҡшы табиптар эшләй, ярай әле ошо клиниканы һалғандар. Шуға шатланып бөтә алмайым. Төрлө дауаханаларҙа ятҡаным бар, ләкин бындай иғтибарлы, хәстәрлекле мөнәсәбәтте күргәнем юҡ.
1-се бүлек мөдире Эдуард Мәғәрүф улы Бәләғетдинов әйтеүенсә, көн һайын госпиталдән 30-50 кеше һауығып сыға, дауаланырға инеүселәр ҙә шул сама. Бөгөнгө көндә бында 400 койка ҡуйылған, уларҙың буштары ла бар. "Вакцинация темпы йылдамланыу менән сирләүселәр кәмер, тип көтәбеҙ", – ти ул.