

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе ҡарары менән республикала атмосфера һауаһын һаҡлау өлкәһендәге закондар күҙәтелеүен тикшереү буйынса эшсе төркөм булдырылды. Уның етәксеһе итеп парламент рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләнде.
Парламенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эшсе төркөмгә тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге ведомстволар һәм учреждениелар етәкселәре, ғалимдар, эколог-йәмәғәтселәр, депутаттар, "Башнефть", “Газпром нефтехим Салауат”, “Өфөоргсинтез”, “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” кеүек предприятиеларҙың топ-менеджмент вәкилдәре инде.
“Һуңғы ваҡытта экология темаһы һайлаусыларҙы айырыуса борсоған һорауҙарҙың береһенә әйләнде, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Һауала газ еҫе булыу хаҡында мөрәжәғәттәр күбәйҙе. Социаль селтәрҙә тап ошо проблема тикшерелгән пабликтар булдырыла. Беҙҙең эшсе төркөмдөң бурысы – хәлде баһалап, ведомство-ара кимәлдә төплө ҡарарға килеү.
Эшсе төркөм атмосфера һауаһын һаҡлау өлкәһендәге закондарҙың үтәлешенә мониторинг үткәрәсәк. Уның һөҙөмтәләренән сығып, ғәмәлдәге закон нормалары буйынса тәҡдимдәр эшләнәсәк.
Фото "Башинформ"дан алынды.