+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Сентября 2021, 08:05

Ҡоролоҡ эҙемтәләре буйынса кәңәшмә

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Хәйбулла районында йәйге ҡоролоҡ эҙемтәләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Ҡоро көндәр, даими янғындарҙан айырыуса зыян күргән төбәктәр исемлегенә Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары инде. Урман янғындарының иң ҙур өлөшө ошо төбәктәргә тура килде. Ауыл хужалығы ерҙәре лә быйылғы ҡоролоҡтан  ярайһы зыян күргән. Дөйөм хәл Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының күҙәтеүенә алынған.

Ҡоролоҡ эҙемтәләре буйынса кәңәшмәҠоролоҡ эҙемтәләре буйынса кәңәшмә
Ҡоролоҡ эҙемтәләре буйынса кәңәшмә

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Хәйбулла районында йәйге ҡоролоҡ эҙемтәләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Ҡоро көндәр, даими янғындарҙан айырыуса зыян күргән төбәктәр исемлегенә Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары инде. Урман янғындарының иң ҙур өлөшө ошо төбәктәргә тура килде. Ауыл хужалығы ерҙәре лә быйылғы ҡоролоҡтан  ярайһы зыян күргән. Дөйөм хәл Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының күҙәтеүенә алынған.

Мәғлүм булыуынса, сентябрь башына аграрийҙар сәсеү майҙандарының 95 процентында эштәрҙе теүәлләне. Уртаса гектар ҡеүәте 13 центнер.

Вице- премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, республикала  ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре буйынса штаб төҙөлгән. Урып- йыйыу эштәре, мал аҙығы,орлоҡ әҙерләү ведомствоның күҙәтеүе аҫтында ҡала.

  • Мохтажлыҡ булғанда хужалыҡ етәкселәре район хакимиәттәре аша министрлыҡҡа мөрәжәғәт итә ала. Ҡоролоҡтан зыян күргән шәхси хужалыҡтарға мал аҙығы һәм фураж ебәрә алабыҙ. Әле беҙ финанстар министрлығы менән бергә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау мөмкинлеге хаҡында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.

Кәңәшмәгә йыйылған район башлыҡтары бындай тәҡдимде хупланы. Финанслау мәсьәләһен ике аҙна эсендә хәл итеү күҙаллана.

Радий Фәрит улының әйтеүенсә,быны ауыл эшсәндәренә ваҡытында еткереү һәм субсидия биреүҙең шарттарын аңлатыу мөһим. Район башлыҡтары иһә, быйыл төбәктәрҙең элиталы орлоҡ алыу мөмкинлегенең самалы булыуын билдәләне.

Ауыл хужалығы министры ведомствоның быны күҙ уңында тотоуо һәм хужалыҡтарға һөҙөмтәле ярҙам итеү өсөн  дөйөм иҡтисади хәл хаҡында мәғлүмәт туплауҙы белдерҙе.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас