

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урман янғындарын һүндереүҙә ярҙам күрһәткән ирекмәндәргә, төбәк халҡына рәхмәтен белдерҙе. Етәксе ирекмәндәр менән Хәйбулла районында осрашты.
Радий Фәрит улы осрашыу өсөн Хәйбулла районына махсус рәүештә килеүен билдәләне.
-Янғындарҙың ауылға яҡынламыуын кисектереү алда торған төп бурыстарҙың береһе ине. Был проблеманы һеҙ еңеп сыҡтығыҙ. Республиканы ауыр эҙемтәләрҙән ҡотҡарҙығыҙ. Икенсенән, янғындың таралыуына юл ҡуйманығыҙ. Былтыр урман янғындары 4 мең гектарҙа булһа, быйыл 13 мең гектарҙа янды. Утҡа ҡаршы көрәшкә профессиональ янғын һүндереүселәр генә түгел, ә ябай кешеләр ҙә күтәрелде.
Радий Фәритович, быйылғы янғындарҙан һабаҡ алырға саҡырҙы, урман хужалыҡтарының матди- техник базаһын нығытыу кәрәклеген билдәләне, был тәңгәлдә алдағы пландар менән таныштырҙы.
Ирекмәндәр дәүләт наградалары, ә ауыл дружиналары махсус кейемдәр һәм экипировкалар менән бүләкләнде.