+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Сентября 2021, 05:55

Совет майҙанында фонтан асылды

Өфөнөң Совет майҙанында яңы фонтан эшләй башланы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Совет майҙанында фонтан асылдыСовет майҙанында фонтан асылды
Совет майҙанында фонтан асылды

Өфөнөң Совет майҙанында яңы фонтан эшләй башланы.

Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. 

Совет майҙаны 2020 йылдың йәйендә төҙөкләндерелә башлағайны. Төҙөүселәр биләмәне 6 метрға киңәйтте, үҫеп ултырған 30 йүкәне һаҡлап ҡалырға хәл ителде, һуңынан уларҙы йәш үҫентеләр менән алмаштырыу күҙаллана.

Радий Хәбиров төҙөкләндерелгән Совет урамын ҡарап сыҡты. Бында юл япмаһын тулыһынса яңыртҡандар, ҡойма ямғыр канализацияһын урынлаштырғандар, тротуарҙарҙы киңәйткәндәр, тышҡы яҡтыртыу системаһын, үҙенсәлекле формалағы эскәмйәләр ҡуйғандар. Яңы ағастар ултыртылған, уларҙы өфөләр үҙҙәре һайлаған: декоратив саған, миләш, сирень ҡыуаҡтары һәм башҡалар.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында «Студенттар» скверы барлыҡҡа килде. Хәҙер Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе алдында ла ошондай матур сквер бар. Унан тыш, Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла.

Ял көндәрендә Пушкин урамынан Октябрь революцияһы урамына тиклемге участкала транспорт хәрәкәтен сикләү планлаштырыла. Шулай итеп, Совет майҙаны һәм уның янындағы биләмә йәйәүлеләр зонаһы булыуы ихтимал.

Автор:
Читайте нас