

Республика эске эштәр органдарының дежур частарына алдаҡсыларҙан отолоп аҡсаларынан ҡолаҡ ҡағыусыларҙан мөрәжәғәттәр йышайған. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы яҙып сыҡты.
Мәҫәлән, һуңғы тәүлектә үҙҙәрен банк хеҙмәткәре итеп таныштырыусыларҙан отолған дүрт кеше мөрәжәғәт иткән. Интернет аша тауар һатып алғанда кәкре ҡайынға терәлеп ҡалыусы өсәү полицияға ғариза яҙған. Төрлө хеҙмәттәр күрһәткәндә мутлашыуҙың – дүрт, брокер компанияларына инвестициялар йәлеп итергә маташып алдашыуҙың бер осрағы теркәлгән.
Стәрлетамаҡта полицияға 53 йәшлек ир мөрөжәғәт иткән. Баҡһаң, үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре итеп таныштырған берәү был ирҙең иҫәптәге аҡсаларын санкцияланмаған тотоп ҡалыуҙарҙан ҡурсаларға тәҡдим итеп шылтырата. Уның һүҙҙәренә ышанған ирҙең ике миллион аҡсаһынан елдәр иҫә.
Ә Дыуан районында йәшәүсе 38 йәшлек ҡатынға, “Тормош иптәшең юл фажиғәһенә эләкте”, тип шылтыратып, ҙур аҡса һорайҙар. Ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткән ҡатын, ҡото осоп, банк картаһында булған бөтә аҡсаһын – 30 мең һумын билдәһеҙ кеше әйткән иҫәпкә күсерә. Ханым тиҙҙән тишек кәмәгә ултырып ҡалғанын аңлай, ләкин һуң була.
Кеше иҫәбенә байырға тырышыусы алдаҡсыларҙан һаҡ булығыҙ, дуҫтар!