

2022 йылда беренсе балаға әсәлек апиталы 503 237 һум буласаҡ. Был турала Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков хәбәр итте.
– Рәсәй Пенсия фонды проектында әсәлек капиталын индексациялау ҡаралған. Киләһе йылда беренсе балаға ул – 503 237 һум, икенсеһенә 665 009 һум тәшкил итәсәк, – тине ул Көнсығыш иҡтисад форумында РИА Новости мәғлүмәт агентлығына. “Әгәр ғаилә беренсе балаға әсәлек капиталын элек алған булһа, икенсеһе өсөн 161 772 өҫтәмә түләү биреләсәк”, – тип өҫтәне министр.
Әле иһә тәүге бәпес тыуғанда ғаилә 483 800 һум ала, икенсе сабый донъяға килгәндә – 639 400 һум.