+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Сентября 2021, 12:34

Вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр миллиондан артҡан

Республикала ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 1 161 065 кеше ҡаҙатҡан, икенсеһен дә яһатып, вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр – 1 005 523.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр миллиондан артҡанВакцинацияны тулыһынса үтеүселәр миллиондан артҡан
Вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр миллиондан артҡан

 Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 1 сентябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар йәмғеһе 57 353 иҫәпләнә, тәүлек эсендә 303 сырхау өҫтәлгән.

Әлеге мәлдә ковид-госпиталдәрҙә 670 ауырыу ята, шуларҙың 431-е – 60-ты уҙған ханымдар һәм уҙамандар. Сырхауҙарҙың 65-енең хәле ауыр, 12-һе – яһалма һулыш аппаратында. Сирҙе сағыштырмаса еңел кисереп, өйөндә дауаланыусылар – 3 571.

Үткән тәүлектә 171 кеше, вирусты еңеп, стационарҙан ҡайтҡан. Пандемия башланғандан алып һауығыуға өлгәшеүселәр – 51 982.

Яуыз сир көн һайын 14-15 ғүмерҙе өҙә, һуңғы тәүлектә тағы 14 ауырыу вафат булған. Унан донъя ҡуйыусыларҙың дөйөм һаны – 1 130.

Дауахананан тыш пневмония тураһындағы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: аҙаҡҡы 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуы 138 сырхауҙа раҫланған, был ауырыуҙан һауығыусылар  – 118.

Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 1 161 065 кеше ҡаҙатҡан, икенсеһен дә яһатып, вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр – 1 005 523.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас