+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Сентябрь 2021, 09:07

Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр!

Бөгөн, 1 сентябрҙә, 2022 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды.

Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр!
Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр!

Бөгөн, 1 сентябрҙә, 2022 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды.

“Башҡортостан ҡыҙы” – республикала нәшер ителгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналы. Ул ваҡыт һынауын үтеп, уҡымлы, бәҫле, көтөп алынған баҫма икәнен раҫланы. Журнал биттәрендә “Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Яҙмыштарҙан көслөрәк”, “Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” һәм башҡа рубрикалар аҫтында ил инәләре, заман һылыуҙары, үҙ һөнәре оҫталары, яҙмыш һынауҙары аша үтеп, үҙ бәхетен тапҡан гүзәл заттар тураһында, мауыҡтырғыс бүтән темаларға мәҡәләләр табырға мөмкин.

“Башҡортостан ҡыҙы”на һәм башҡа баҫмаларға яҙылыуҙы һеҙ:

-     https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;

-     гәзит һәм журналдар редакцияларында;

-     Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә эшләй алаһығыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Яҙыл һәм от» дөйөм республика конкурсында ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бының өсөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан тыш, тағы бер баҫмаға яҙылырға кәрәк. Квитанцияларҙың күсермәһен (исем-шәрифегеҙҙе, контакт телефонығыҙҙы күрһәтеп) Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50-йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресы буйынса, йәки [email protected] электрон почтаға “Яҙыл һәм от!” билдәһе менән ебәрегеҙ. Икенсе нөсхәһен “Башҡортостан ҡыҙы” журналының [email protected] электрон почтаһына адресларға онотмағыҙ.

Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: