+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Сентября 2021, 12:04

Өфөнөң ниндәй парктарын төҙөкләндерергә кәрәк?

28 августа Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәләрендә Өфө халҡын ҡала парктарын төҙөкләндереү тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашырға саҡырҙы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнөң ниндәй парктарын төҙөкләндерергә кәрәк?Өфөнөң ниндәй парктарын төҙөкләндерергә кәрәк?
Өфөнөң ниндәй парктарын төҙөкләндерергә кәрәк?

28 августа Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәләрендә Өфө халҡын ҡала парктарын төҙөкләндереү тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашырға саҡырҙы.  

Баш ҡаланың 450 йыллығына – 2024 йылға тиклем Ленин исемендәге, Урмансылар, Дим биҫтәһенең Үҙәк, Нефтехимиктар, Якутов исемендәге, М. Ғафури исемендәге парктарҙы, Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһын, Йылы күл тирәһен тәртипкә килтереү эше тора.

“Иң беренсе ниндәй парктарҙы төҙөкләндерергә кәрәклеге тураһында фекерҙәрҙе белеү ҡыҙыҡлы булыр ине. Бөтәһен дә бер юлы эшләп булмағаны көн кеүек асыҡ. Бәлки, һеҙгә икенсе парк зоналары кәрәгерәктер.

Тауыш бирегеҙ, ошо пост аҫтына комментарийҙар яҙығыҙ. Ике аҙнанан, тәҡдимдәрегеҙҙе анализлап сыҡҡас, баш ҡалабыҙҙың парк зоналарын үҫтереүҙең планын тәҡдим итербеҙ”, - тип яҙа Радий Фәрит улы.

Мөрәжәғәтте ошо һылтанмалар аша таба алаһығыҙ: 

ВК: https://vk.com/wall413272232_674177
ФБ: https://www.facebook.com/radiyhabirov/posts/1244602876056281
ИГ: https://www.instagram.com/p/CTHeCg_DrFp/
ОК: https://ok.ru/radiyhabirov/statuses/154050084084526

Валерий Шахов фотоһы.

Автор:
Читайте нас