+6 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
1 Сентябрь 2021, 04:46

Балалар туҡланыуына өҫтәмә аҡса

Башҡортостан хөкүмәте ултырышында башланғыс кластарҙың һәм льготалы категорияға ҡараған балаларҙың туҡланыуына өҫтәмә аҡсала бүлеү мәсьәләһе ҡаралды. Ошо турала үҙенең сәхифәһендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев яҙып сыҡты.

Балалар туҡланыуына өҫтәмә аҡсаБалалар туҡланыуына өҫтәмә аҡса
Балалар туҡланыуына өҫтәмә аҡса

Башҡортостан хөкүмәте ултырышында башланғыс кластарҙың  һәм льготалы категорияға ҡараған балаларҙың туҡланыуына өҫтәмә аҡсала бүлеү мәсьәләһе ҡаралды. Ошо турала үҙенең сәхифәһендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев яҙып сыҡты.

Уҡыусыларҙың  туҡланыу рационын санитар ҡағиҙәләре талаптарына тура килтереү фарыз.

-Был номаларға ярашлы беренсе сменала белем алыусылар иртәнге һәм төшкө аш, ә икенсе сменала уҡыған балалар төшкө аш һәм киске ашҡа тиклемге арауыҡта тағы бер ҡапҡылап алырға тейеш.

Быйылғы йылда уҡыусылар туҡланыуына йүнәлтелгән өҫтәмә саралар 13 миллион тәшкил итәсәк. Киләһе йыл ул тағы ла күберәк буласаҡ.

Был сара балаларҙы сифатлы туҡланыу менән тәьмин итәсәк,- тигән министр.

Шул уҡ ваҡытта туҡланыу өсөн хаҡ күтәрелмәй. Ул шул кимәлдә һаҡланасаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас